Был тантананы мәғариф идаралығының «Хазина» һәләтле балаларҙы үҫтереү үҙәге һәм Аҡъяр ауылының Балалар ижады йорто ойошторҙо. Төбәк исемлек олимпиадалары һәм конкурстарының 30-ҙан ашыу еңеүсеһе һәм призёры, «Асыш-2022», «Тәүге аҙымдар муниципаль тикшеренеү эштәре һәм проекттары конкурсының тәүге этабында уңышҡа ирешкән 26 уҡыусы саҡырылды. Улар - Аҡъяр, Бүребай, Әбүбәкер, Степной, Һамар, Сиҙәм, Өфө, Яңы Ергән, Татырүҙәк, Атингән, Подольск мәктәптәре уҡыусылары. Шулай уҡ Аҡъяр ауылы 2-се мәктәбенең "Кәрәҙ" театрын бүләкләнеләр. Ул «Йәш таланттар - 2023» Бөтә Рәсәй конкурсының «Театр сәнғәте» номинацияһында еңеү яулағайны. Сарала ҡатнашыусыларҙы олимпиада эшенең кураторы, мәғариф идаралығы методисы Зөлфиә Супанова, Елена Лазарева, Эльвира Әлибаева сәләмләне. Тантана флешмоб менән тамамланды.
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.