Улар араһында Стәрлетамаҡтағы 2-се гимназиянан Элиза Зәйнуллина ла бар. Ҡыҙ еңеүселәр исемлегенә инде.
"Артек" халыҡ-ара балалар үҙәгендә үткән финалда хәл иткес һынау "Рәсәй менән ғорурланам!" тигән темаға кейс төҙөү ине. Уҡыусыларҙың эштәрен эксперттар баһаланы.
Һөҙөмтәлә 300-ҙән ашыу Рәсәй һәм 74 сит ил уҡыусыһы еңеүсе тип танылды.
"Артек"та булыу - һәр баланың хыялылыр. Элиза Зәйнуллинаның был теләге "Ҙур тәнәфес" конкурсы аша тормошҡа ашты. Ҡыҙҙың остазы Лидия Селивёрстова билдәләүенсә, был һәр баланың ҡулынан килә. Иң мөһиме алға барыу, үҙеңде үҫтереү, асыҡ һәм аралашыусан булыу. Әлбиттә, үҙ көсөңә ышаныу кәрәк.
Сентябрҙә еңеүселәр Санкт-Петербургтан Владивостокҡа тиклем һәм кире Санкт-Петербургҡа сәйәхәткә юлланасаҡ.
Фото: Лидия Селивёрстова.