+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өфөнөң өлкән синыф уҡыусыһы илдең иң яҡшы гиды тип табылды һәм Европа олимпиадаһын яуланы

Өфөнөң 45-се мәктәбе уҡыусыһы Арсений Смаков физика, математика, тарих һәм география менән мауыға, әммә тап һуңғыһы, планетабыҙ тураһындағы фән булараҡ, уны бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡһындыра. Һуңынан уға ҡалаларҙы үҫтереү, урбанистика һәм архитектура менән ҡыҙыҡһыныу өҫтәлә.

Өфөнөң өлкән синыф уҡыусыһы илдең иң яҡшы гиды тип табылды һәм Европа олимпиадаһын яуланы
Өфөнөң өлкән синыф уҡыусыһы илдең иң яҡшы гиды тип табылды һәм Европа олимпиадаһын яуланы

Ата-әсәһе менән бергә туристик походтарҙан башланып киткән ҡыҙыҡһыныу етди хоббиға әүерелә. Бәләкәйерәк сағында Арсений Өфөнөң тарихи үҙәгенең мәҙәни иҫтәлекле урындарына арналған үҙенсәлекле тыуған яҡты өйрәнеү ролигын төшөрә. Видеояҙманы ул конкурсҡа ебәрә. 2018 йылда 18 йәшкә тиклемге Рәсәйҙең иң яҡшы һәүәҫкәр гиды тип таныла. Ул илдә был исемгә эйә булған берҙән-бер бала булып табыла һәм уға дипломдан тыш профессиональ видеокамера тапшырыла.

«Ролик өсөн экскурсия маршрутын үҙем һайланым. Бик күп материал төшөрҙөк, әммә күпселек өлөшөн архивта ҡалдырырға тура килде. Сөнки конкурс шарттары буйынса презентация ике минут менән сикләнгән ине. Атайым минең оператор булды, әммә мин барыһын да үҙем монтажланым», – тип хәтерләй Арсений.

Артабан йәмғиәтте өйрәнеү, география, хоҡуҡ, иҡтисад, физика, математика, рус һәм инглиз телдәре буйынса бөтә Рәсәй олимпиадаһы үткәрелә. Тырыш егет география, иҡтисад һәм хоҡуҡ буйынса төбәк этабы призына лайыҡ була, география һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса уҡыусылар олимпиадаһының йомғаҡлау өлөшөндә Башҡортостан йыйылмаһы составына инә.

Уның һөҙөмтәләре буйынса уҡыусы география фәненән иҫ киткес белемен күрһәтә. Ул шулай уҡ VII Европа география олимпиадаһына һайлап алыуҙы уңышлы үтә һәм Рәсәй йыйылма командаһына инә.

Йәш географтар командаһы өс турҙы үтеп, 12 илдән 120-нән ашыу дәғүәсе менән ярыша. Һөҙөмтәлә, Арсений III урынға лайыҡ була. Тарихыбыҙҙа беренсе тапҡыр был дисциплинала бронза миҙал беҙҙең республика вәкиленә эләгә.

«Арсений үҙе бик мауығыусан кеше. Еребеҙгә ҡыҙыҡһыныу унда күптән бар, шунлыҡтан беҙ ҡамасауламайбыҙ, киреһенсә – ярҙам итергә тырышабыҙ. Мин биология факультетын тамамланым, тормош иптәшем – медик. Был йүнәлеш беҙгә яҡын түгел. Шуға күрә ошо еңеүҙәре уның шәхси ҡыҙыҡһыныуы һәм ҡаҙанышы ғына. Арсений ысын мәғәнәһендә үҙ төбәгенең патриоты» – тип һөйләй әсәһе Светлана Смакова.

Географик эҙләнеүҙәрҙән тыш буш ваҡытында Арсений саксофонда уйнай һәм фотоға төшөрә. Үҙенең музыка уҡытыусыһы Владислав Тришин менән ул Фрэнк Синатраның «My Way» һәм Scorpions Рок-төркөмөнөң «Wind of Change» йырҙарының кавер-версияларын яҙҙыра. Ә уҡыусының фотоларын социаль селтәрҙәрҙә тематик берләшмәләр баҫтыра.

Әйтеп үтергә кәрәк, Арсений Смаков 2022 йылдың октябрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан Рәхмәт хаты алды.

«Һәр географтың, һәр тикшеренеүсенең, һәр сәйәхәтсенең ҡыҙыҡһыныуы кешелеккә үҫешергә, артабан барырға һәм яңы нәмәләр булдырырға ярҙам иткән яңы асыштарға килтерә», – тип уртаҡлаша Арсений ЦУР Башҡортостан һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһының берлектәге «Ғорурланырға сәбәп» проекты авторҙарына биргән интервьюһында.

Фото, видео һым сығанаҡ: bashinform.ru

Өфөнөң өлкән синыф уҡыусыһы илдең иң яҡшы гиды тип табылды һәм Европа олимпиадаһын яуланы
Өфөнөң өлкән синыф уҡыусыһы илдең иң яҡшы гиды тип табылды һәм Европа олимпиадаһын яуланы
Өфөнөң өлкән синыф уҡыусыһы илдең иң яҡшы гиды тип табылды һәм Европа олимпиадаһын яуланы
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: