Күп балалар хәрәкәт хаҡында ишетеп кенә белә ине, сарала ҡатнашҡан 110 уҡыусы өсөн был танышыу көнө булды. Әйткәндәй, бүлексәне асыу инициаторы булып "Беренселәр хәрәкәте"нең әүҙем үҫмерҙәренең береһе, проект етәксеһе Эмиль Ғәлләмов тора.
Проекттың маҡсаты – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләү, уларҙың кеше алдында оялыу, юғалып ҡалыуын еңеп сығыу. Мәҫәлән, кескәйҙәр өсөн төрлө уйындар, Яңы йыл кисәһе, оҫталыҡ дәрестәре, Аркадий Гайдар музейына экскурсия ойоштороласаҡ.
Әлеге ваҡытта республикабыҙҙа “Беренселәр хәрәкәте”нең 1 мең 257 бүлексәһе бар. Стәрлетамаҡта асылғаны ойошма ағзаларының физик йәки аҡыл һәләттәренә ҡарамай, уларҙы тәү сиратта шәхес итеп күреү маҡсатын ҡуйған. Тимәк, был балалар хәҙер төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша аласаҡ.
Фото: sterlitamakadm.ru.