+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
11 Сентябрь 2023, 17:00

Телевизор – Зилиәгә!

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының тамаша залында йылдың иң сағыу проекттарының береһе – "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе үтте.

Телевизор –  Зилиәгә!
Телевизор – Зилиәгә!

Проекттың етәксеһе, билдәле сәнғәт әһеле Наилә Сәфәрғолова сараның рухи әһәмиәтен билдәләп үтте: "Тырышлығыбыҙ халыҡ күңеленә хуш килде; был һөҙөмтә беҙгә ҡанат ҡуя һәм "Йөрәк һүҙе"н, бер ниндәй ауырлыҡтарға һәм тормош мәшәҡәттәренә ҡарамай, артабан йәшәтергә көс бирә", – тине ул.

Быйылғы бәйге һәр кеше өсөн иң ҡәҙерле ҡиммәттәр – "Әсәлек һәм илһөйәрлек" темаһына арналғайны. Һәр сығыш яһаусыны тамашасылар дәррәү алҡыштар менән оҙатты.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла был ваҡиғанан йыл һайын ситтә ҡалмай: ҡатнашыусыларҙы махсус бүләк менән билдәләй. Быйыл да был йолаға тоғро ҡалып, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутатыЭльвира Айытҡолова Баймаҡ районы Темәс ауылы ҡыҙы Зилиә Халиҡоваға ҡиммәтле бүләк – телевизор тапшырҙы.

Дәртле йөрәкле ҡыҙ Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының IX синыфында уҡый, «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһында еңеүсе. Эльвира Айытҡолова уға киләсәктә лә ҙур ижади үрҙәр һәм башҡорт телен таратыу эшендә уңыштар теләне.

Сығанаҡ: vk.com.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: