+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
5 Октябрь 2023, 15:00

Бөйөк уҡытыусыға таҡтаташ асылды

4 октябрҙә бөйөк педагог, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтовҡа мемориаль таҡтаташ асылды. Ул республика балалар һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге бинаһында ҡуйылды.

Бөйөк уҡытыусыға таҡтаташ асылдыБөйөк уҡытыусыға таҡтаташ асылды
Бөйөк уҡытыусыға таҡтаташ асылды

Рәшит Әлмөхәмәтов Ейәнсура районы Бикбау ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай. Уҡытыусынан ректорға тиклем оҙон педагогик юл үтә. Рәшит Вәлиәхмәт улы юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә айырыуса иғтибар бүлә. Ул - аҡыллы һәм уҡымышлы етәксе, тәжрибәле һәм абруйлы педагог, бер нисә быуын студенттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың остазы булды.

Таҡтаташты асыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы вәкилдәре, педагогик хеҙмәт ветерандары, туғандары, дуҫтары, коллегалары ҡатнашты.

Ейәнсураның арҙаҡлы шәхесе Рәшит Вәлиәхмәт улы Әлмөхәмәтовтың эшмәкәрлеген уҡыусылары дауам итһен.

 

Римма БАЙМЫРҘИНА,

үҙәктең директор урынбаҫары.

Өфө ҡалаһы.

Бөйөк уҡытыусыға таҡтаташ асылды
Бөйөк уҡытыусыға таҡтаташ асылды
Бөйөк уҡытыусыға таҡтаташ асылды
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас