

Кискеһен премьера – Заһиҙә Мусинаның “Килен” повесы буйынса спектакле күрһәтелде. Ҡуйыусы режиссеры – Фирғәт Ғарипов, инсценировка авторы – Зөһрә Бураҡаева. Ролдәрҙә: Лилиә Ғәлина, Сара Буранбаева, Эльвира Юнысова, Гөлфиә Рафиҡова, Гүзәл Маликова, Ирек Булатов, Айһылыу Йомағолова, Морат Рафиҡов, Айҙар Шәмсетдинов, Айым Сөләймәнова, Лилиә Сәғитова, Айнур Ғәбитов.
Тамаша залы тулы ине, билеттар әллә ҡасан уҡ һатылып бөттө. Спектакль иҫ киткес, тын алырға ла ҡурҡып ҡарайһың... Ҡунаҡтар актёрҙар менән бергәләп көлдө лә, иланы ла. Ижад миҙгелен уңышлы асыуығыҙ менән, башдрамдар!