

Балалар уҡытыусылары Айгөл Сәлимйән ҡыҙы Әхмәтшина һәм Александр Юрьевич Залесов менән баш ҡалалағы “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан Яланғас тауға менде. Көн эй йәмле! Ә тауҙан иҫ китмәле матурлыҡ асыла.
Александр Юрьевич экскурсияны бик ҡыҙыҡлы итеп алып барҙы. Ул был ерҙәрҙең тарихын яҡшы белә икән. Уҡыусылар ҡәнәғәт таралышты.