+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
6 Октябрь 2023, 05:16

"Сәңгелдәк" – финалда!

“Тамыр” балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы тапшырыуы ”ТЭФИ-KIDS” телевизион премияһы финалына сыҡҡан.

"Сәңгелдәк" – финалда!"Сәңгелдәк" – финалда!
"Сәңгелдәк" – финалда!

“Балалар өсөн көндәлек мәғлүмәти-күңел асыу программаһы” номинацияһында беҙҙекеләр “Карусель” һәм Екатеринбург каналы менән көс һынаша. Әйткәндәй, “Сәңгелдәк” инде 32-се йыл кескәйҙәрҙе ҡыуандыра. Ә конкурсҡа уның башҡорт балаҫтары хаҡында сығарылышы ебәрелгән булған.

Быйыл премияға 203 эш дәғүә итә. Биш йыл үткәрелеү ваҡытында былай күп ҡатнашыусы булғаны юҡ, ти ойоштороусылар. Бүләкләү тантанаһы 23 октябрь Мәскәүҙә үтәсәк.

Фото: yandex.ru.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас