

Тарихи ҡомартҡыларға бай, халҡыбыҙҙың үткәнен сағылдырған, матур экспозициялар тәҡдим иткән музейға мөкиббән киттек. Вәт, исмаһам, беҙҙең ғорурлыҡ был! Ул дүрт өлөштән тора. Этнография залында, мәҫәлән, боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәре ҡуйылған. Тирә-яҡ ауылдарҙан йыйылған йыһаз, һауыт-һаба, эш ҡоралдары ата-бабаларыбыҙҙың тормошон сағылдыра. Бында күптән инде көнкүрештән юғалған әйберҙәрҙе лә осратырға мөмкин: бишбармаҡ һалыу өсөн ағас ашлау, ҡымыҙ бешеү тәпәне, боронғо көҙгөләр, кәштәләр, ҡулдан эшләнгән шкафтар... Һәр береһенә һоҡланып ҡарап торҙоҡ. Музей директоры Гүзәлиә Фәнил ҡыҙы Биктимерова беҙгә барлыҡ ҡомартҡылар тураһында ихласлап һөйләне. Ошо ауыл биләмәһендә табылған IV быуаттағы хәнйәр ҙә – үҙенсәлекле экспонат, тине ул.
Кинйә Арыҫланов менән Емельян Пугачёвтың осрашыу мәлен сағылдырған диорама музейҙың ҙур ғына өлөшөн биләй. Һындар ысынбарлыҡҡа тап килтерерлек итеп оҫта эшләнгән. Крәҫтиәндәр һуғышына арналған зал да бар. Бында документтар һаҡлана, Кинйә Арыҫланов ҡулы менән яҙылған фармандарҙың күсермәләрен күрергә була.
Ошондай сағыу, йөкмәткеле, күңелгә ятышлы сәфәр ойошторған өсөн гимназиябыҙ директоры Шайморат Азамат улы Тимербулатовҡа, синыф етәксебеҙ Филүзә Рәжәп ҡыҙы Харрасоваға, ата-әсәләр комитеты рәйесе Гүзәлиә Рауил ҡыҙы Яҡуповаға һәм автобус йөрөтөүсе ағайыбыҙ Алик Зөфәр улы Сынбулатовҡа ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Кинйә Арыҫлановтың рух ныҡлығына һоҡландыҡ, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, батыры икәненә тағы бер ҡат инандыҡ. Алған тәьҫораттарыбыҙ һәр саҡ күңелебеҙҙә һаҡланыр.
Сара ҒӘБИТОВА, VI «Б» синыфы уҡыусыһы.
Күмертау ҡалаһы, Мортаза Рәхимов исемендәге
3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.