

Яңыртылған баҡса бигерәк матур! Балалар өсөн майҙансыҡтарҙа спорт уйындары уйнарға, бәүелергә, шыуырға, йүгерергә була. Биләмә буйлап төрлө скульптуралар ҡуйылған. Кескәй күлдә аҡҡоштар ҙа йөҙә.
Байрамда бер нисә театр үҙҙәренең спектаклен күрһәтте. Һатыу-һатып алыу ойошторолдо. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға, китаптар менән алмашырға була ине.
Сергей Аксаковтың шәжәрәһен ҙур итеп таш ергә эшләп ҡуйғандар, шуныһы ҡыҙыҡ. Яҙыусының китаптары иһә күргәҙмәгә ҡуйылғайны.
Кешенең күплеге! Барыһы ла ҡала үҙәгендә ошондай матур баҡсаның ҡабаттан асылыуына шат. Видеояҙмаларҙан үҙҙәрен тыңлап ҡарағыҙ әле!?