+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
14 Октябрь 2023, 16:03

Нинель Юлтыева иҫтәлегенә

Ҡазан ҡалаһында күренекле балерина һәм педагог Нинель Юлтыева хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Нинель Юлтыева иҫтәлегенәНинель Юлтыева иҫтәлегенә
Нинель Юлтыева иҫтәлегенә

Идея авторҙары – Ҡазан хореография училищеһы һәм Татарстан Республикаһының театр эшмәкәрҙәре союзы, скульпторы – Зөлфиә Мөхәмәтйәнова. Тантананан һуң училище директоры Татьяна Шахнина журналистар өсөн экскурсия үткәрҙе. Бында балеринаның тарихи фотоһүрәттәре, тәүге афишалары һәм шәхси сәхнә костюмдары һаҡлана.

Татарстан Республикаһы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары Тимур Йосопов, Ҡазанда күренекле шәхескә арналған иҫтәлекле таҡтаташ асылыуына бик шатбыҙ, тип билдәләне. Нинель Юлтыева илебеҙ, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә ҙур өлөш индерҙе, атаһы – яҙыусы Дауыт Юлтыйҙың исемен ғорур йөрөттө, Татарстан һәм Ҡазан ҡалаһы башҡорттары Ҡоролтайы сараларында әүҙем ҡатнашты, тине ул.

Фото: vk.com.

Нинель Юлтыева иҫтәлегенә
Нинель Юлтыева иҫтәлегенә
Нинель Юлтыева иҫтәлегенә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас