

Февраль айында был проект Президент гранттары фонды конкурсында еңеүсе була. "Китап тирмәһе"н асыуҙа Сибай ҡалаһы мәҙәниәт идаралығы етәксеһе Элиза Кирәева, доцент, тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов, "Инициатива" ойошмаһы директоры Ильяс Сафин, эшҡыуар Дамир Хәсәнов, мәҙәниәт йорттары етәкселәре һәм ябай китап уҡыусылар ҡатнашты. Сараны "Яугел" ҡумыҙсылар ансамбле сығышы биҙәне.
Музей ишектәре асыҡ, хеҙмәткәрҙәр экскурсия үткәрергә әҙер. Рәхим итегеҙ!
Фото: vk.com.