

Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Михайлович (1947 – 2015) “Салауат Юлаев” хоккей командаһын төрлө йылдарҙа етәкләне. 2008 йылда спортсылар тәүге тапҡыр Гагарин кубогын яуланы.
Тренер исемен йөрөтәсәк ял итеү урынын төҙөкләндереү май айында башланғайны. Ниһайәт, бында балалар ҙа, өлкәндәр ҙә рәхәтләнеп ваҡыт уҙғара ала.