+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
7 Ноябрь 2023, 06:55

Герой көндәлеге тапшырылды

Республикабыҙҙың бик күп мәктәптәрендә шайморатовсылар синыфтары асылды. Илһөйәр, телһөйәр егеттәр һәм ҡыҙҙар уларға эләгергә атлығып тора. Күп сараларҙың уртаһында ла шайморатовсылар ҡайнай. Бына яңы Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге 2-се лицей уҡыусыларына Герой көндәлеге тапшырылды.

Унда төбәгебеҙ Башлығы Радий Хәбировтың патриотизм тураһында цитаталары бирелгән. Көндәлектә генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тормошо, хәрби эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт тупланған. Йәш шайморатовсылар уны йыл буйына алып барасаҡ, үҙ-үҙҙәрен камиллаштырыу буйынса заданиеларҙы үтәп, рухи һәм физик яҡтан үҫешәсәк.

Был сарала арҙаҡлы ҡунаҡтар ҡатнашыуы тантанаға йәм өҫтәне. Музыка белгесе, доцент, сәнғәт фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Гөлназ Ғәлина уҡыусыларҙы герой исеменә тап төшөрмәҫкә саҡырҙы. Ҡала мәғариф идаралығы вәкиле, белем биреү һәм тел сәйәсәте бүлегенең баш белгесе Айгөл Разамасова көндәлектә яҡшы мәғлүмәттәр генә буласағына ышаныуын белдерҙе. Тарихсы Марат Тәкәев яугирҙың тормош юлын ентекле өйрәнгән, ул балаларҙы яҡшы уҡырға өндәне.

– Йәш шайморатовсылар көндәлегенең маҡсаты – уҡыусыларҙа патриотик рух, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү һәм үҙ-үҙеңде камиллаштырыу теләген үҫтереү, – тине Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры Азат Ибраһимов.

Байрамда легендар шәхесебеҙ хаҡында Ҡадир Даян һүҙҙәренә Заһир Исмәғилев яҙған “Шайморатов“ йырын башҡарҙылар. Шулай уҡ дәртле бейеүҙәр, йырҙар, шиғырҙар булды.

VI “Ш” һәм VII ”Ш” синыфтарының 41 уҡыусыһы халҡыбыҙ ҡаһарманы исеменә тап төшөрмәҫ, һынауҙарҙан һәм ауырлыҡтарҙан ҡурҡмаҫ.

Римма БАЙМЫРҘИНА,

Өфө ҡалаһы.

                    

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас