

Илебеҙҙә сыҡҡан ГАЗ, УАЗ, ПАЗ маркалы был автобустар федераль программа буйынса алынған. Әбйәлил, Әлшәй, Асҡын, Баймаҡ, Балтас, Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Борай, Бөрйән, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Ишембай, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Кушнаренко, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондары һәм Өфө ҡалаһы мәктәптәре уҡыусыларының ҡыуаныстары менән уртаҡлашабыҙ.
Яңы йылға тиклем республика тағы ошондай 10 автобус аласаҡ.
Фото: vk.com.