+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
23 Ноябрь 2023, 16:00

Тиҙҙән – яңы комикс!

“Муха” студияһы рәссамдары һәм республикабыҙҙың Китапханалар ассоциацияһы балаларҙы комикс менән ҡыуандырмаҡсы. Ул Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан ике дуҫҡа арнала.

Тиҙҙән – яңы комикс!
Тиҙҙән – яңы комикс!

Сюжет буйынса егеттәр 80-се йылдарҙа Өфөләге саҡырыу пунктында таныша һәм Афған һуғышын бергә үтә. Ул заманда һалдаттар алғы һыҙыҡта заманса техника һәм машиналар булыуы хаҡында хыяллана. Махсус хәрби операция башланғас, дуҫтар ошо теләктәрен бойомға ашырырға була. Яугирҙар өсөн гуманитар йөк менән “Нива” алып барырға ҡарар итәләр. Күршеләре, дуҫтары ярҙамында кәрәкле әйберҙәр, ҡорал, аҙыҡ-түлек йыялар. Мажаралар менән улар машинаны Украинаға алып барып еткерә... Артабан нимә булыр?

Авторҙар әйтеүенсә, китап урыҫ һәм башҡорт телдәрендә сығасаҡ. Әле тәүге 10 бите әҙер ҙә инде. Көтәбеҙ!

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: