+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
25 Ноябрь 2023, 10:10

Әсәйҙәр байрамына арнап

Донъялағы иң ҡәҙерле кешеләребеҙ байрамы, изге байрам - Әсәйҙәр көнө яҡынлаша. Ошо уңайҙан беҙҙең “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһында “Әсәй йылыһы – ҡояш йылыһы” исемле сағыу, күркәм сара ойошторолдо.

Әсәйҙәр байрамына арнап
Әсәйҙәр байрамына арнап

Үҙҙәренә өс кенә йәш булыуына ҡарамаҫтан, “Ҡояшҡай” төркөмө кескәйҙәре тәрбиәсе апайҙары менән берлектә бик матур кисә әҙерләгәйне. Улар ҡәҙерле кешеләрен ҡотлап йырланы, бейене, шиғырҙар һөйләне.

Балалар баҡсаһы мөдире Иҙрисова Розалия Ғәлийән ҡыҙының ҡотлау һүҙҙәре, тәрбиәселәребеҙ Солтанова Фәнзилә Әсҡәт ҡыҙы һәм Япанова Эльвира Фаяз ҡыҙының кисәне күңелле, йөкмәткеле итеп алып барыуҙары, музыкаль яҡтан сараны биҙәүсе Ҡунаҡбаева Гөлнәзирә Роберт ҡыҙының көй-моңдары – барыһы ла әсәйҙәрҙең күңеленә хуш килде. Ә балалар менән бергә оригами эшләү, уйындар уйнау һәм ритайым барыбыҙға ла байрам кәйефе бүләк итте.

Барлыҡ ата-әсәйҙәр исеменән етәкселеккә, яратҡан тәрбиәселәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Уларға тынғыһыҙ эшендә уңыштар, сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем. Беҙҙең балаларға һалынған көс-хеҙмәттәрегеҙҙең емешен күреп, кескәйҙәр киләсәктә илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалабыҙ!

Айгөл МӨХӘМӘТЙӘНОВА.

Сибай ҡалаһы.

 

Әсәйҙәр байрамына арнап
Әсәйҙәр байрамына арнап
Әсәйҙәр байрамына арнап
Әсәйҙәр байрамына арнап
Әсәйҙәр байрамына арнап
Әсәйҙәр байрамына арнап
Әсәйҙәр байрамына арнап
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: