+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
28 Ноябрь 2023, 21:31

"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала гимназияһында “Китап” нәшриәте сығарған “Шаян бесәй” баҫмаһының исем туйы үтте.

"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа

Башҡорт халыҡ әкиәте ике телдә сығарылған. Замандан артта ҡалмай нәшриәт: китап аҙағында телефон уйынына инер өсөн кюар-код бирелгән. Мультимедия ҡушымтаһы менән ошо өлкәлә уңышлы эшләүсе Фәнзил Әҙелбаев ярҙам иткән.

Ғөмүмән, бындай матур баҫмалар артабан да донъя күреп торасаҡ, тип билдәләне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов. Мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе балаларға өйрәтеү өсөн бик яҡшы ысул, тине ул.

Исем туйына V “А” синыфы уҡыусылары “Шаян бесәй”ҙе сәхнәләштерергә лә өлгөргәйне. Уҡыусылар килештерә! Тамашасылар әкиәтте ҡыҙыҡһынып ҡараны. Унан һуң әҫәр буйынса һорауҙар бирелде, иң әүҙемдәре китапты бүләккә эләктерҙе.

 

"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
"Шаян бесәй" килде ҡунаҡҡа
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: