+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
30 Ноябрь 2023, 23:00

Афарин, йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов!

Ошо көндәрҙә Өфөлә «Елкән» өсөнсө башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусылар телевизион конкурсының финалы һәм гала-концерты уҙҙы.

Афарин, йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов!
Афарин, йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов!

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә 12 йәш музыкант Дмитрий Крюков идаралығындағы Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры оҙатыуында башҡорт классикаһын уйнаны.

Финалсылар дүрт номинацияла сығыш яһаны: фортепиано, тынлы ҡоралдар, скрипка һәм халыҡ ҡоралдары. Композиторҙар балалар өсөн махсус рәүештә яңы әҫәрҙәр ижад итеп, башҡорт классикаһын оркестрға һалған.

Арғаяш районынан йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов конкурстың I Дәрәжә лауреаты булды. Ул финалда Рөстәм Шәрипов эшкәртеүендә «Сыңрау торна» башҡорт халыҡ йырын башҡарҙы.

 
Алмаз Бикмәтов – Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Бәжекәй мәктәбе уҡыусыһы. Ул Илһам Йәғәфәров синыфында белем ала. Алмаз  – күп кенә төбәк-ара конкурс, фестивалдәр лауреаты, шулай уҡ ул Силәбе өлкәһендә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге сараларында әүҙем ҡатнаша. "Башаккорд" балалар рок төркөмө составында  ла сығыш яһай.

Сығанаҡ, фотолар һәм видео: ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ

Афарин, йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов!
Афарин, йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов!
Афарин, йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов!
Афарин, йәш ҡурайсы Алмаз Бикмәтов!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: