+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
8 Декабрь 2023, 14:23

Туймазынан Реналь Хәбиров - халыҡ-ара премияла еңеүсе

Туймазылағы 7-се мәктәптән Реналь Хәбиров #Беҙбергә (#МЫВМЕСТЕ) халыҡ-ара премияһына лайыҡ булған. Бүләкләү тантанаһы ВДНХ-ла Президент Владимир Путин ҡатнашлығында үткән. 

Туймазынан Реналь Хәбиров - халыҡ-ара премияла еңеүсе
Туймазынан Реналь Хәбиров - халыҡ-ара премияла еңеүсе

95 илдән - 39 мең кеше. Бына күпме ирекмән ҡатнашҡан конкурста! 14-17 йәшлек уҡыусылар эштәрен премияның "Беренсе эш" номинацияһына тәҡдим иткән. Башҡортостандан 16 йәшлек Реналь Хәбиров еңеүсе тип танылған. 

Шәп егет шул ул! Былтыр IX синыфта уҡығанда Бөтә Рәсәй "Ҙур тәнәфес" конкурсында 200 мең һум аҡса менән бүләкләнгәс, уның бер өлөшөнә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға йылы ойоҡбаштар алып ебәрергә ҡарар иткәйне. 

Реналь 10 йәшенән ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Ә 12 йәшендә Туймазыла һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн үҙәк асыуы менән танылыу яулағайны. Ошо "Уйнап өйрәнәм" тип аталған проекты өсөн еңеүсе булды ла инде. Үҙәктә аҙнаһына ике тапҡыр спорт, ижад һәм башҡа төрлө йүнәлештәрҙә дәрестәр үткәрелә. Биш йыл эсендә 45 ирекмән - педагогтар, психологтар, логопедтар 135 балаға унда шөғөлләнергә ярҙам иткән. 

"Рәхмәт, Реналь, шундай файҙалы эшең өсөн!" - тип яҙған был турала сәхифәһендә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары вәкиле Мария Львова-Белова. 

Фото: upr.bashkortostan.

Туймазынан Реналь Хәбиров - халыҡ-ара премияла еңеүсе
Туймазынан Реналь Хәбиров - халыҡ-ара премияла еңеүсе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: