+22 °С
Дождь
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
17 Декабря 2023, 13:00

Мөғжизәләр мәле яҡынлаша

Күптән көтөлгән ваҡыт етте. Көндәр ҡыҫҡа, төндәр оҙон. Мөғжизәле мәл яҡынлаша.

Мөғжизәләр мәле яҡынлашаМөғжизәләр мәле яҡынлаша
Мөғжизәләр мәле яҡынлаша

Ҡыш – йылдың иң йәмле миҙгелдәренең береһе. Өмөт, хыялдар тормошҡа ашҡан, барыһы ла мөғжизәләргә һәм әкиәттәргә ышанған ваҡыт. Яңы йыл алдынан бөтә нәмә үҙгәрә башлай, шатлыҡ тойғоһо барлыҡҡа килә. Кешеләр йорттарын биҙәй, шыршы ҡуя... Һәр ерҙә – гирляндалар, ялтырауыҡтар. Барыһы ла төрлө төҫтә, матур. Әкиәттәге кеүек. Өлкәндәр ҙә, кескәйҙәр ҙа Ҡыш бабайҙы көтә. Балалар уға хаттар яҙа, бүләккә өмөт итә.

Таһир РӘХИМОВ, II синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас