+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
22 Декабрь 2023, 10:14

Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды

21 декабрҙә Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайын асыу тантанаһы уҙҙы. Был спорт ҡоролмаһында йыл әйләнәһенә ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреп буласаҡ.

Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды
Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды

Ҡала халҡының ҡыуанысын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Рәсәй спорт министрының беренсе урынбаҫары Одес Байсолтанов, легендар хоккейсы, өс тапҡыр олимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Владислав Третьяк һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҙа барған. 

Боҙ һарайының майҙаны –  6,5 мең квадрат метр. 800 тамашасы һыйҙырышлы. Унда хоккей һәм фигуралы шыуыу секциялары ла эшләйәсәк. Октябрьский һәм яҡын-тирәләге ауылдар халҡы ла спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн бар мөмкинлектәр булдырылған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус һәм махсус лифт та ҡуйылған.

Был яңы Боҙ һарайы "Башнефть" һәм "Роснефть" тормошҡа ашырған "Роснефть – балаларға" программа буйынса төҙөлгән. Унда буласаҡ чемпиондар тәрбиәләнер әле.

Фото: bashinform.

Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды
Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды
Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды
Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды
Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды
Октябрьский ҡалаһында Боҙ һарайы асылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: