+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
23 Декабрь 2023, 22:14

Ҡурсаҡтар өйҙәренә ҡайтты!

Бөгөн "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса төҙөкләндерелгән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын асыу тантанаһы булды. Яңы йылға ғына түгел, Өфөнөң юбилейына ла ҙур бүләк был.

Ҡурсаҡтар өйҙәренә ҡайтты!
Ҡурсаҡтар өйҙәренә ҡайтты!

Тәүге спектакль - "Шелкунчик"ты ҡарарға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм атайҙары махсус хәрби операцияла булған балалар саҡырылғайны. Тамашасыларҙы Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Буратино һәм башҡа геройҙар ҡаршы алды. Балаларҙың шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та барҙы. Театрҙың асҡысын ул Өфөнөң символы Һыуһарға тапшырҙы. Тантананан видеояҙманы ҡарарға тәҡдим итәбеҙ.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: