+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
29 Декабрь 2023, 10:00

Динислам, Булат һәм Аняның теләктәре тормошҡа ашасаҡ!

Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров “Теләктәр шыршыһы” хәйриә акцияһында ҡатнаша. Был хаҡта ул үҙенең телеграм-каналында яҙҙы.

Динислам, Булат һәм Аняның теләктәре тормошҡа ашасаҡ!
Динислам, Булат һәм Аняның теләктәре тормошҡа ашасаҡ!

“Яңы йылда балаларҙың хыялдары мотлаҡ тормошҡа ашырға тейеш! Изге һәм тылсымлы байрам акцияһында ҡатнашам. Стәрлетамаҡтан 13 йәшлек Динислам – велосипед, Дүртөйлө ҡалаһынан 7 йәшлек Булат – сана, Николо-Берёзовканан 13 йәшлек Анна фотоаппарат тураһында хыяллана икән. Балаларҙың теләгенән уларҙың нимә менән мауығыуҙары аңлашыла. Малайҙар әүҙем уйындарҙы өҫтөн күрә, ә Анна, моғайын, билдәле фотограф булырға ниәтләйҙер. Бала сағымда үҙем дә фототүңәрәктә шөғөлләндем. Тирә-яҡ донъяның матурлығын сағыу итеп башҡаларға еткереү өсөн яҡшы техниканы ҡулланыу ни тиклем мөһим икәнен күҙ алдыма яҡшы килтерәм.

Бүләктәрҙе тапшырыу өсөн балалар менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәм. Динислам, Булат һәм Анна ҡыуаныр, тип ышанам”.

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, биш йыл эсендә балаларҙың 106 мең 450 теләге үтәлгән. Бүләктәрҙең дөйөм суммаһы – 1 миллиард 300 миллион һум. Әйткәндәй, һәр кем “Ёлкажеланий.рф” порталында теркәлә һәм ошолай бүләк эшләй ала.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: