+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күңелле уйынға йыйылдылар

Беҙҙең ауылда балаларҙың ҡышҡы каникулы һәр йыл ҡыҙыҡлы үтә. Быйыл да мәктәп һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уларҙы көн дә бергәләп уйындар уйнатыуҙы маҡсат итеп алды.

Күңелле уйынға йыйылдылар
Күңелле уйынға йыйылдылар

Клуб мөдире Зөлхизә Ғәлина балаларҙы ҡупшы ёлка янына йыйҙы. Ләйсән Йәнтүрина менән берлектә төрлө уйындар үткәрҙеләр. Әйтергә кәрәк, Ләйсән Фәрит ҡыҙы төшкә тиклем мәктәптә тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын биләһә, төштән һуң ауыл китапханаһында эшләй. Балалар уны көтөп кенә тора, китапханаға китап уҡырға ғына килмәйҙәр, ә ҡыҙыҡлы уйындар уйнайҙар, фәһемле сараларҙа ҡатнашалар. Радим, Руфина һәм Радмир Ғөбәйҙуллиндар, Гөлнәзирә Сафина, Динислам менән Мораҙым Мөхәмәҙиевтар, Нәркәс, Ынйы, Мирислам Бүләковтар – һәр үткәрелгән сараның ҡото, биҙәге. Шиғыр ятларға ла, йырларға ла, бейергә лә бик әүәҫтәр улар. Каникулға өләсәй-олатайҙарына килгән ҡунаҡ балалар ҙа булды, ихлас уйнанылар.

Был юлы Зөлхизә Әнәс ҡыҙы үткәргән “Кәнфит ҡырҡыу”, “Бесәй менән сысҡан”, “Ултырғысҡа беренсе өлгөр” уйындары барыһына ла оҡшаны. Ҡыш бабай бүләктәрен алып, сәмләнеп уйнап, ҡәнәғәт булып таралышты балалар.

 

Зилдә МӘҮЛИТОВА.

Учалы районы,

Мәҫкәү ауылы.

 

Күңелле уйынға йыйылдылар
Күңелле уйынға йыйылдылар
Күңелле уйынға йыйылдылар
Күңелле уйынға йыйылдылар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: