Балалар был сәфәрҙе уҡыу йылы башында уҡ планлаштырғайны. Дүрт көн эсендә уҡыусылар Мәскәүҙең төп иҫтәлекле урындарында булып өлгөрҙө. Был тырыш балалар тураһында мин һеҙгә һөйләгәйнем дә әле: улар күмәкләп эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеп, сәйәхәттәргә аҡса эшләй. Мәктәп проекты ярҙамында балалар бығаса диңгеҙҙә булып ҡайтҡайны, ә Яңы йыл каникулдарын, шулай итеп, Мәскәүҙә үткәрҙе. Афарин уларға!
Гөлназ ИБРАҺИМОВА.
Хәйбулла районы.