+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
2 Февраль , 10:00

Яңы медпункт эшен башланы

Учалы районы Мәҫкәү ауылында ҙур шатлыҡ: унда модулле фельдшер-акушер пункты асылды.

Яңы медпункт эшен башланы
Яңы медпункт эшен башланы

Иҫке медпункт бәләкәй, һалҡын, уңайлы шарттар ҙа юҡ ине. Ә яңы бина йылы һәм ҙур. Ул бер нисә бүлмәнән тора. Һыу, канализация, интернет үткән.

Тантанаға Учалы районы хакимиәте етәксеһе Руслан Ғиләзетдинов, Наурыҙ ауылы биләмәһе башлығы Гөлсинә Фәттәхова һәм ҡала үҙәк дауаханаһының баш табибы Элдар Ҡолгилдин килде. Улар барыһын да байрам менән ҡотланы. Осрашыуҙы ауыл ағинәйҙәре сығышы йәмләп ебәрҙе. Ололар ҙа, балалар ҙа ихлас ҡул сапты.

Фельдшер-акушер пункты ике ауылда – Мәҫкәүҙә һәм Мишкәлә йәшәүселәрҙе хеҙмәтләндерә. Өс йөҙләп кешенең тормошон тәүге ярҙам күрһәтеүсе фельдшерһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Медпункттың алыштырғыһыҙ хеҙмәткәре Гөлдәр Шакирова ауылдаштарына 37 йыл хеҙмәт итә. Ғаиләһе менән Мәҫкәүгә 1987 йылда күсеп килә ул. Гөлдәр Наил ҡыҙы төп эшенән тыш ауылда уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Тормош иптәше Ансар Кәүсәр улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Медпункт асылыу хөрмәтенә татыу ғаилә ҡорбан салып, ауылдаштарын һыйланы.

Сараны хаҡлы ялдағы уҡытыусы Зилдә Мәүлитова йәнле итеп алып барҙы. Шулай уҡ ауыл халҡы байрамды ойоштороуға ҙур өлөш индергән мәҙәниәт йорто мөдире Зөлхизә Ғәлинаға ла рәхмәтле. Яңы фельдшер-акушер пункты оҙаҡ хеҙмәт итһен!

 

Яңы медпункт эшен башланы
Яңы медпункт эшен башланы
Яңы медпункт эшен башланы
Яңы медпункт эшен башланы
Яңы медпункт эшен башланы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: