+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
9 Февраль , 19:38

Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә

Ҡала мәҙәниәт һарайында "Өфө шансы" балалар һәм үҫмерҙәр фестиваленең гала-концерты үтте.

Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә
Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә

Бинаға килеп инеү менән, ҡунаҡтарҙы ҙур күргәҙмә ҡаршы алды: төрлө социаль ойошмаларҙа шөғөлләнеүсе балаларҙың пейзаж, натюрморт һәм әкиәттәргә иллюстрациялары ҡуйылғайны. Ә сәхнәгә фестивалдең ҡатнашыусылары һәм лауреаттары күтәрелде. Бәйге нимәһе менән үҙенсәлекле һуң? Балалар йорттарында һәм интернаттарҙа тәрбиәләнеүселәр өсөн үҙ һәләттәрен күрһәтеү майҙансығы ул. 

Сараға йыйылыусыларҙы ҡунаҡтар – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Анна Таболина, ҡала хакимиәтенең опека Һәм попечителлек идаралығы етәксеһе Илнара Сатаева, Орджоникидзе районы администрацияһы вәкиле Регина Вәлитова, "Балалар һәм донъя" хәйриә фонды етәксеһе Анастасия Илюхина һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы директоры Александр Петров сәләмләне. Улар йәш артистарҙы тәбрикләп, дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.

– Ҙур эш башҡарҙыҡ, тип әйтә алам. Балалар һәм үҫмерҙәр тәүге тапҡыр оло сәхнәгә аяҡ баҫты бит! Кемдер был юлды артабан да дауам итер, тип өмөтләнәбеҙ, – тине "Өфө шансы" проекты етәксеһе Ғәлиә Афанасьева.

Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә
Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә
Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә
Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә
Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә
Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә
Тәүге тапҡыр – ҙур сәхнәлә
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: