Тәүге өлөш Туған телдәр һәм Башҡортостан байрағы көндәренә арналды. Кисәләге сығыштар дәртләндерҙе лә, моңландырҙы ла. Бер сәхнәлә шул тиклем күп милләт вәкиле йыйылғанын күргән юҡ ине әле! Япон, татар, ҡытай, урыҫ, ҡырғыҙ, башҡорт, сыуаш, әрмән һәм кавказ халыҡтары йыр-бейеүҙәрен ауыҙ асып тыңлап-ҡарап ултырҙыҡ. Күптәре баш ҡалабыҙҙа уҡып йөрөүсе сит ил студенттары булһа, ҡайһылары Өфөлә тыуып-үҫеп, өйҙә туған телдәрендә һөйләшкән милләт вәкилдәре ине. Улар ғаиләлә үк телде өйрәнеүҙең һәм һаҡлауҙың ни тиклем мөһим икәнлеген билдәләне.
Сараның икенсе өлөшөндә Ватанды һаҡлаусыларҙы тәбрикләнеләр. Бөгөн ныҡ актуаль тема булғанғамы, күҙгә йәш килгән мәлдәр ҙә булды... Яу яланында ятып ҡалыусылар хөрмәтенә йырҙарҙы баҫып тыңланы тамашасы. Фойела һалдаттарға хат яҙыу ҙа барҙы. Балалар ихлас ҡатнашты.
Хәҙерге заманда милләт-ара татыулыҡты һаҡлау кәрәк, дуҫтар! Берҙәм булайыҡ! Үҙ телебеҙҙе онотмайыҡ! “Атайсал”ға ошондай йәмле, рухты күтәрер түләүһеҙ концерт ойошторғанына афарин!