– Беҙҙә бәләкәй һәм урта синыфтарға ҡыҫтыбый эшләү серҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте. Беренселәргә әҙер ҡамыр һәм эслектәр тәҡдим ителһә, II һәм VI cиныфтар ҡамырҙы үҙҙәре әҙерләне.
Ҡыҫтыбыйға арналған шиғыр, һүрәттәр конкурсы үтте. Уҡыусыларҙың был тәмле ризыҡ тураһындағы викторина һорауҙарына яуаптар ҙа бик ҡыҙыҡ ине. Бөтә уңышлы эштәр ҙә тәмле приздар менән баһаланды.
Байрам аҙағында гимназистар үҙҙәре әҙерләгән ҡыҫтыбыйҙы тәмләп-тәмләп, һутлы эсемлектәр менән һыйланды. Уларға матур һәм иҫтәлекле көн ойошторған "Алтын ҡурай" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ойошмаһы директоры Гөлшат Шиһабетдин ҡыҙы Урманшинаға һәм уның уңған, өлгөр, һәм тырыш ашнаҡсыларына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – ти белем усағының директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова.
Һай, маладистар! Уңыштар һеҙгә, гимназистар!