Бигерәк тә беренселәр дәррәү бар үткәрелгән сараларҙа ҡатнаша. Синыфта дүрт кенә уҡыусы булһа ла, бер ҙә аптырап тормайҙар. Төрлө район һәм республика бәйгеләрендә көстәрен һынайҙар. Спорт буйынса ла алдынғылар сафындалар. Улар китап, гәзит-журнал менән дә дуҫ. Ике уҡыусы "Йәншишмә" гәзитенә яҙылһа, икәүһе “Аҡбуҙат”ты яратып уҡый икән. Ҡалай маладистар!
– Тағы ла беҙ янған лампочка, иҫке батарейкалар йыябыҙ. Йыл аҙағында уларҙы утилләштереү өсөн тапшырабыҙ. Ғөмүмән, был йола уҡыусыларыма ныҡ оҡшай, – ти синыф етәкселәре Динә Рәзиф ҡыҙы Лапина.
Иҫке ҡағыҙ йыйыу, тәҙрә төбөндә тәмләткес үләндәр үҫтереү – кескәйҙәр был эштәрҙә лә әүҙем.
Зөһрә ХӘКИМОВА.