+12 °С
Ясно
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
9 Апреля 2024, 10:33

Кескәйҙәргә күңел байрамы

51-се балалар баҡсаһында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән “Осҡор Ерҙә ҡунаҡта” тип аталған плакатлы китаптың исем туйы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кескәйҙәргә күңел байрамыКескәйҙәргә күңел байрамы
Кескәйҙәргә күңел байрамы

Баҫмала мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн йәнлектәр һәм ҡоштар тураһында файҙалы мәғлүмәттәр тупланған. Төҙөүсеһе – Әлфиә Теләмова. Бәләкәстәрҙең телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә булышлыҡ иткән китапты оҫта рәссам Артур Вәсиловтың һүрәттәре биҙәй.

Матур сара бәләкәстәрҙең “Эх, күңелле яҙ килә” йыры менән башланып китте. “Күбәләктәр” бейеүен, “Дуҫтарымдың теле”, “Мин үҙемде яратам” йырҙарын һәм шиғырҙарҙы артистарса башҡарған балаларға һоҡланып ҡараны өлкәндәр. Уйындар уйнап, Осҡор менән бергә ҡоштар һәм йәнлектәр донъяһына сәйәхәт итеп, малайҙар һәм ҡыҙҙар тағы ла нығыраҡ асылды, дуҫлыҡтары нығынды.

Балалар баҡсаһы мөдире Гүзәл Яныбай ҡыҙы Ғәлиуллина, “Китап” нәшриәте директоры вазифаһын башҡарыусы Эльмира Иршат ҡыҙы Хәйритдинова бәләкәстәргә изге теләктәрен теләне, китап уҡырға саҡырҙы.

Үҙ эшенең оҫталары – төркөмдөң тәрбиәселәре Айгөл Самат ҡыҙы Ғайсина менән Сәлимә Иштимер ҡыҙы Йәнтүринаның кескәйҙәрҙе яратыуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Балалар башҡортса иркен аралаша, матур итеп йырлай, китаптар уҡырға ла бик әүәҫ икән.

Сара күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды. Һәр бала бүләккә нәшриәттә баҫылып сыҡҡан китап алды.

 

Илзидә ЙОСОПОВА.

Өфө ҡалаһы.

 

Кескәйҙәргә күңел байрамы
Кескәйҙәргә күңел байрамы
Кескәйҙәргә күңел байрамы
Кескәйҙәргә күңел байрамы
Кескәйҙәргә күңел байрамы
Кескәйҙәргә күңел байрамы
Кескәйҙәргә күңел байрамы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас