-4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Һеҙ – күптәргә өлгө!

Хәйбулла районы 2-се Аҡъяр мәктәбенең IV “В” синыфы уҡыусылары "Башҡорт телендә һөйләшәм" йырын башҡарған үҙҙәренең беренсе сығарылыш кисәһендә. Ҡалай маладистар!

Һеҙ – күптәргә өлгө!
Һеҙ – күптәргә өлгө!

Әйткәндәй, улар Наталья Александровна Цыкало етәкселегендәге урыҫ синыфында уҡый. Башҡорт теленә һөйөүҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Гөлсирә Фазылйән ҡыҙы менән Нәзилә Насырйән ҡыҙы тәрбиәләгән. Синыф етәксеһе Наталья Александровна үҙе лә матур итеп башҡорса һөйләшә. 

Һай, афарин, дүртенселәр һәм уларҙың күңелендә башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән рухлы уҡытыусылар! Һеҙ – күптәргә өлгө!

Сығанаҡ: Кесе Ҡоролтай - Хәйбулла районы

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: