+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Бишле” шәхсән премия – Йәмиләлә

Йәмилә  – Бөрйән районы Мәһәҙей мәктәбенең башҡорт теле буйынса иң күп "бишле" алыусыһы! Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, быйылғы лауреатыбыҙ, шағирә Айһылыу Ғарифуллина үҙенең тыуған ауылы мәктәбенең туған телдән иң күп "бишле" алыусыһына шәхсән премия булдырғайны.

"Бишле” шәхсән премия –  Йәмиләлә
"Бишле” шәхсән премия – Йәмиләлә

Былтыр был премияның тәүге лауреаты Шайморат Шәғәлингә булды. Быйылғы премия уҡыу алдынғыһы, башҡорт телен иң шәп белеүсе Йәмилә Мөхәмәтйәноваға эләккән! Бик шәп!
Йәмилә, киләсәктә лә башҡорт телеңде яратып,  телһөйәрҙәр, илһөйәр бул, йәме! 
Әйткәндәй, Мәһәҙей башланғыс мәктәбен быйыл биш ҡыҙ тамамлаған, уңған ҡыҙ Йәмилә лә  – ошо сығарылыш уҡыусыһы.

Фото: А. Ғарифуллина.

"Бишле” шәхсән премия –  Йәмиләлә
"Бишле” шәхсән премия –  Йәмиләлә
"Бишле” шәхсән премия – Йәмиләлә
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: