+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хуш бул, бала саҡ утрауы!

Һәр йыл ошо мәлдә мәктәпкә әҙерлек төркөмдәре үҙ ҡанаты аҫтында тәрбиәләгән ҡошсоҡтарын осора. Был беҙҙең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға, шул уҡ ваҡытта кескәйҙәребеҙ менән хушлашыу ныҡ моңһоу ҙа.

Хуш бул, бала саҡ утрауы!
Хуш бул, бала саҡ утрауы!

Бөгөн “Йондоҙло” балалар баҡсаһы” портынан “Бәхетле бала саҡ” карабы белем иленә юл тотто: мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә сығарылыш кисәһе үтте. Дәртле йырҙар, шат бейеүҙәр, күңелле уйындар, мауыҡтырғыс һәм фәһемле әкиәт байрамға кәйеф, йәм өҫтәне. Сәхнәлә үҙ ролдәрен яратып башҡарған тәрбиәселәр Роза Хәбир ҡыҙы Һөйөндөкова, Гөлсиә Минәхәт ҡыҙы Бикмырҙина, Айһылыу Зиннәтулла ҡыҙы Шәйхисламова ысын актёрҙарҙан һис ҡалышманылар.

Тәрбиәләнеүселәрҙе байрам менән баҡса мөдире Роза Әҙеһәм ҡыҙы Рәхмәнғолова, өлкән тәрбиәсе Зөлфиә Сәфәрғәле ҡыҙы Ишдәүләтова, тәрбиәселәр Динә Рәшит ҡыҙы Йосопова, Нурия Юлай ҡыҙы Бәймөхәмәтова, серле сәнғәт донъяһын асҡан Рәйсә Рафаил ҡыҙы Исмәғилова һәм ата-әсәләр ҡотлап, рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, балаларға уңыштар теләне.

Ҡәҙерле балалар! Беҙ һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Мәктәпте лә балалар баҡсаһын яратҡан кеүек яратығыҙ, тырышып уҡығыҙ. Һау-сәләмәт, оҙон ғүмерле, белемле, аҡыллы булып үҫегеҙ. Аҡ юл һеҙгә, буласаҡ уҡыусылар!

 

Нурзиә МӘХИЙӘНОВА, тәрбиәсе.

Баймаҡ ҡалаһы.

 

Хуш бул, бала саҡ утрауы!
Хуш бул, бала саҡ утрауы!
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: