"Айыҡ ауыл" республика конкурсы сиктәрендә бирелгән 2 миллион һум аҡсаларын маҡсатҡа ярашлы ҡулланды исламбайҙар. Ошо уңайҙан ойошторолған тантаналы сарала район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, беренсе урынбаҫары В. Вәлиева, Аҫҡар ауылы биләмәһе башлығы Б. Мырҙабулатов, конкурста ҡатнашҡан йылда ауыл биләмәһе башлығы булып эшләүсе Ғ. Юлдашев ҡатнашты. Улар ауыл халҡын оло еңеүҙәре менән ҡотлап, әүҙемлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм шулай берҙәм булып ҡалыуҙарын теләне.
Майҙансыҡты тантаналы асыу хоҡуғы мәртәбәле ҡунаҡтар — I синыф уҡыусыларына тапшырылды. Сараны мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, ағинәйҙәр коллективы һәм уҡыусылар үҙҙәренең матур концерт номерҙары менән биҙәне.
Уйын һәм спорт майҙансығынан балаларҙың шат тауыштары тынмаһын!