-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Үҙен Сочиҙа ла танытҡан

Рәсәй кимәлендә I дәрәжә диплом алған Ғәзинур Хамматов исемле малай менән гәзит уҡыусыларҙы нисек таныштырмайһың инде?!

Үҙен Сочиҙа ла танытҡан
Үҙен Сочиҙа ла танытҡан

Йылайыр районы Юлдыбай ауылындағы "Ләйсән" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе ул. Дөрөҫөрәге, быйыл уның менән хушлашты, көҙгә уҡырға барасаҡ. Яңыраҡ тәрбиәсеһе, ата-әсәһе менән Сочи ҡалаһына кескәйҙәрҙең Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре һәм ижади проекттары конкурсы финалына барып ҡайттылар. Әлбиттә, был хоҡуҡ Ғәзинурға республика кимәлендә еңеүсе булғаны өсөн бирелгәйне. Эше "Һалҡын фарфор" тип атала. Малайҙың зирәклеген, ҡыйыулығын, телдәрлеген күреп, уның менән проект эше башҡарған остазы – Нурия Сәмиғулла ҡыҙы Буканова. Афарин!

    Ғәзинурҙың уңыштары быйыл күп булды. Актёр Шәһит Хамматовтың Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы грантына тормошҡа ашырған "Тел биҫтәһе" проектына һайлап алдылар үҙен. Видеояҙмаларҙы "Бәйләнештә" селтәрендә ҡарарға мөмкин. Кескәйҙәр төрлө темалар буйынса һорауҙарға тапҡыр итеп яуап бирә.
    Малай Урал аръяғы райондары араһында үткән йыр конкурсында ла I, II урындар алды. Башҡортса, урыҫса йырлай. "Урал батыр" эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә Йылайыр районында Гран-приға лайыҡ булды! Төбәк буйынса III урын алды. Бик оҫта һөйләй. Бөйөк әҫәрҙең 100-гә яҡын юлын ятлаған.
   – Шаян, сос ул беҙҙең Ғәзинур. Математиканы ярата. Тел биҫтәһе инде. Нимә тураһында һораһаң да тапҡыр итеп яуап бирә. Балалар баҡсаһы менән хушлашҡас, әле өйҙә генә тора. Бәләкәй булһа ла беҙҙең ярҙамсыбыҙ. Ике ҡолондо тәрбиәләшә, уларҙы ҡарай. Ҡымыҙ ярата, ҡасан ҡымыҙ эшләй башлайбыҙ инде, тип көтөп йөрөй, – ти әсәһе Луиза Камил ҡыҙы.
   Күҙ теймәһен Ғәзинурға! Еңеүҙәре киләсәктә лә күп булһын. Уңыштар һиңә, кескәй башҡорт малайы! Йәйең күңелле һәм файҙалы үтһен!

Фотолар ғаилә архивынан алынды.

Үҙен Сочиҙа ла танытҡан
Үҙен Сочиҙа ла танытҡан
Үҙен Сочиҙа ла танытҡан
Үҙен Сочиҙа ла танытҡан
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: