+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡала көнөндә ниндәй саралар үтә?

12 июнь Өфө ҡалаһы байрамын билдәләй. Түбәндә төп саралар башланыу ваҡыты менән бирелгән. Мәҫәлән, ваҡыт капсулаһын асыу бик иҫтәлекле булмаҡсы.

Ҡала көнөндә ниндәй саралар үтә?
Ҡала көнөндә ниндәй саралар үтә?

9:00 – Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында көрәш буйынса турнир.

10:00 – “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркында спорт фестивале.

11:00 – “Аҡсарлаҡ” лагеры эргәһендәге урманда уҡыусылар өсөн турслёт.

11:30 – “Өфө – хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһы алдында 1974 йылда һалынған ваҡыт капсулаһын асыу.

12:10 – Салауат Юлаев һәйкәле майҙанында Рәсәй көнө, Ҡала көнө һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған байрам.

14:00 – Инорста Тёплое күле биләмәһен тантаналы асыу.

14:00 – Дуҫлыҡ монументы алдында һыу туризмы буйынса “450 ишкәк” 41-се ҡала фестивале.

14:00 – Аксаков исемендәге баҡсала “Яратам һине, ҡалам” фестивале.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: