Тантана Рәсәй көнө алдынан үтеп, Өфө ҡалаһы көнөнә, Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналды. Һөнәри ҡаҙаныштары өсөн республикабыҙҙың 45 кешеһе ордендар, миҙалдар, почет грамоталары, рәхмәт хаттары, юғары исемдәр алды.
Бүләкләнеүселәр араһында "Йәншишмә" ("Башҡортостан пионеры") гәзитенең элекке йәш хәбәрсеһе, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Яңылыҡтар программаһының төп редакцияһы баш белгесе Гөлдәриә Йосопова һәм иң мөһим яңылыҡтарҙы яҡтыртыусы тележурналист, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова ла бар ине. Улар Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!