«Бөгөнгө тантаналы көндә мин, Шайморатов синыфы уҡыусыһы, дуҫтарым, уҡытыусыларым алдында «шайморатовсы» исемен лайыҡлы йөрөтөргә ант итәм! Үҙемдең халҡыма тоғро булырға, Тыуған ил өсөн һәләк булыусылар исеменә тап төшөрмәҫкә ант итәм. Тыуған еребеҙҙең тоғро улы һәм ҡыҙы булырға, төплө белем алырға, илебеҙгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант итәм! «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!» девизына тоғро буласаҡмын. Ант итәм! Ант итәм! Ант итәм!»
Башҡортостан мәктәптәрендә 251 Шайморатов синыфы бар, уларҙа 6 меңдән ашыу уҡыусы белем ала.