Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы ҠОТЛОГИЛДИНА, гәзитебеҙҙең ветераны, танылған шағирә, билдәле журналист – “Тәрбиә мәктәбе” рубрикаһын алып барғаны өсөн;
Факил Сәлих улы МЫРҘАҠАЕВ, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, яҙыусы, тәржемәсе – “Тәнәфес” битен алып барғаны, әүҙем хеҙмәттәшлек иткәне өсөн;
Хәлил Төхвәт улы ҺӨЙӨНДӨКОВ, беҙҙең тоғро дуҫыбыҙ – гәзиттә баҫылған тәрбиәүи мәҡәләләре өсөн.
Динә Рәзиф ҡыҙы ЛАПИНА, Көйөргәҙе районы Яҡшымбәт мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы – гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, баҫмабыҙҙы таратыуҙа әүҙемлек күрһәткәне өсөн;
Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина, Салауат районы Янғантау мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – баҫмабыҙға яҙылыу ойошторғаны өсөн;
Миләүшә Нурулла ҡыҙы МОРАТШИНА, элекке йәш хәбәрсебеҙ, Өфөләге 161-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – гәзитебеҙгә яҙылыуҙа ярҙам иткәне өсөн;
Лариса Рәмил ҡыҙы СӘХИБГӘРӘЕВА, Илеш районы Исәмәт мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – беҙгә мәҡәләләр яҙып, райондарында гәзитебеҙгә яҙылыуҙы ойошторғаны өсөн;
Зөһрә Әҙеһәм ҡыҙы ХӘКИМОВА, хаттар бүлеге хәбәрсеһе – баҫмабыҙҙа йыл буйына әүҙем алып барған “Мин – әсәй янында, ә атай, ағай – ил һағында”акцияһы өсөн;
Эльвира Рәшит ҡыҙы ӘСӘҘУЛЛИНА, мәктәп бүлеге хәбәрсеһе – гәзитебеҙҙә төрлө темаларға яҙышҡаны, “Яратам мин телемде” видеоконкурсын ойошторғаны өсөн.