+2 °С
Облачно
VKOKМакс
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
10 Января 2025, 08:05

Яугирҙың ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар тыуған!

Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡыуаныслы яңылығы менән уртаҡлашҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яугирҙың ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар тыуған!Яугирҙың ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар тыуған!
Яугирҙың ғаиләһендә игеҙәк сабыйҙар тыуған!

"2025 йылдың беренсе эш көнөндә шатлыҡлы хәбәр! МХО яугирының ғаиләһендә ике сабый донъяға килгән. Улар – Валентина һәм Сергей Колбинëвтарҙың дүртенсе һәм бишенсе балалары.

Колбинëвтарҙы ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, яугирҙың тиҙерәк Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ", – тип яҙған район башлығы.

Сабыйҙар аталы-әсәле булып үҫһен!

 

Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостаным | яңылыҡтар

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас