Күптән яһап ҡуйған ояларына сыйырсыҡ ҡунған икән. Хәҙер ихатала шул тиклем күңелле, ти ҡыҙ.
Шул ҡәҙәре көттөм һине
Күҙ ҙә алмай ояңдан.
Ниһәйәт, килдең, ҡошсоғом,
Йырлап уяттың таңдан.
Ҡанат осоңдан нур тама –
Ҡот яуғандай донъяма.
Көйлә бәхет, шатлыҡ йырын,
Ҡошсоғом, һис туҡтама!
Зарифа БАҺАУВА, йәш хәбәрсе.
Йылайыр районы,
Мөслим Әбсәләмов исемендәге Юлдыбай урта мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы.