Уҡытыусым Гүзәл Рәйес ҡыҙы Йомағужина менән «Яратҡан ҡурсағым» номинацияһына пластилиндан үҙем эшләгән ҡурсаҡтарҙың фотоһын ебәрҙек. Хеҙмәт емешем I урын яуланы. Эй, шатландым!
Үкенескә күрә, Почёт грамотаһы һәм бүләкте алырға мин Өфөгә бара алманым. Яңыраҡ миңә уларҙы ебәрҙеләр. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт. Яратҡан гәзитемдең башҡа конкурстарында ла ҡатнашып торасаҡмын.
Элина ЗӘЙНЕТДИНОВА, II синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.