Был артиста шул тиклем күп көс һәм энергия! Концерт бик шәп үтте! Зал шығырым тулы ине.
Сәскә бирергә сыҡҡанда мин дә ҡурайҙа уйнап күрһәттем. Тәүҙә ныҡ борсолған инем, әммә тамашасылар ихлас ҡул сапты, концерттан һуң да маҡтанылар. Зәйнетдин: «Афарин!» – тине. Ошондай ҙур залдағы беренсе бәләкәй генә сығышым менән ныҡ ғорурланам.
Зәйнетдин – минең кумирым. Биш йәшемдә уның концертын телевизорҙан беренсе тапҡыр ҡарағандан һуң әсәйемдән ҡурай һатып алыуын һораным. Ә хәҙер инде икенсе йыл музыка мәктәбендә Фәим Ғайсин етәкселегендәге ҡурай синыфына йөрөйөм.
Таһир РӘХИМОВ, йәш хәбәрсе.
Ауырғазы районы,
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.