VIII — XI синыфтар араһында ярыш ике ай буйы илдең 11 төбәгендә барған. Олимпиаданың финалында Рәсәйҙән һәм Белоруссия, Төркмәнстан, Казахстандан бөтәһе 2 мең тирәһе уҡыусы ҡатнашҡан. Республикабыҙҙың йәш инженерҙары төрлө йүнәлештәрҙә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. "Яһалма интеллект" буйынса Өфөнөң 58-се лицейынан Тимур Ғарифуллин менән Салауаттағы 1-се лицейҙан Александр Торовин — еңеүсе. Машиналарҙы өйрәнеү йүнәлешендә Данил Зазацкий беренселекте яулаған. Динияр Моратшин һәм Адилет Ҡалмурзин — призерҙар. Өсөһө лә Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейында уҡый.
Ошо уҡ уҡыу йортонан Тимур Мөхәмәҙиев "Бизнес-процестарҙы автоматлаштырыу" йүнәлешендә еңеү яулаған, Данил Васильев иһә призлы урын алған.
Өфөнөң 153-сө лицейынан Станислав Голубев менән Арслан Зарипов — транспорт системалары буйынса призерҙар. Маладистар!
Милли технологик олимпиада "Рәсәй — мөмкинлектәр иле" Президент платформаһы менән берлектә "Йәштәр һәм балалар" проекты буйынса ойошторола.
Фото: vk.com.
Мәғлүмәт: https://vk.com/molodez102