Быйылғы бәйгелә әкиәтте яңғыҙ һөйләүселәр, сәхнәләштереү, Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналған шиғыр ятлаусылар номинацияларында алты йөҙҙән ашыу бала ҡатнашты.
Республикабыҙҙа йәш таланттар күп икәнен күрҙек. Әле балалар баҡсаһында ғына йөрөгән кескәй әкиәтселәр шундай оҫта һөйләй. Сығыштар башҡорт, урыҫ, татар, мордва, сыуаш, мари, удмурт, белорус, инглиз һәм башҡа телдәрҙә яңғыраны. Кескәйҙәр үҙҙәренең зирәклеге, йор һүҙле, тапҡыр булыуҙары менән барыһын да әсир итте.
Өфө ҡалаһының 63-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе Мирас Алсынов «Эшләп табылған аҡса» башҡорт халыҡ әкиәтен һөйләп ишеттерҙе. Уның сығышына һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Был малайға Гран-При тапшырылды. Әкиәтте яңғыҙ башҡарыусылар араһында тағы еңеүселәр тип Миәкә районы Пионерҙар мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сәлих Суфиянов, Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы уҡыусыһы Гөлбикә Ғүмәрова, Сибай ҡалаһының 8-се мәктәбенән Милена Ҡыҙрасова иғлан ителде.
«Әкиәтте сәхнәләштереү» номинацияһында ла күптәр матур, сағыу сығыштары менән ҡыуандырҙы. Өфө ҡалаһының 75-се «Аҡбуҙат» 75-се башҡорт балалар баҡсаһыныҡылар «Ҡошҡа әйләнгән әбей» әкиәтен әҙерләгәйне. Барса халыҡ балаларҙың артистарса иҫ киткес матур уйнауын һоҡланып ҡарап ултырҙы. Улар һәм Кушнаренко районының 5-се «Йылмайыу» балалар баҡсаһының 4-се төркөмө, Учалы районы Учалы ауылы башҡорт гимназияһының ижади коллективы, Краснокама районының Яңы Ҡайынлыҡ интернат-мәктәбенең «Сәхнә» театраль коллективы, Салауат районынан Алтынбаевтар һәм Өфө ҡалаһынан Ғүмәровтар ғаиләләре иң-иңдәре булды. Рухлы, матур ғаилә сығыштары көслө алҡыштарға күмелде.
Был көндө бүләкләнеүселәр бихисап булды. Улар араһында беҙҙең гәзитте яратып уҡыған балалар ҙа еңеүселәр рәтендә булыуы ҡыуандырҙы.
Халыҡтар Дуҫлығы орденлы Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияның III синыф уҡыусыһы Кәмилә Әғлиуллина ла I урын яуланы.
– Был бәйгелә беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Миңә башҡорт теленән уҡытыусым Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡова ярҙам итте. Тәүҙә район кимәлендә һынау тотҡайным. «Алтын тамсы» тигән башҡорт халыҡ әкиәтен һайланым. Был әҫәр ялҡау булмаҫҡа, эштән ҡурҡмаҫҡа, яҡшы йәшәр өсөн тырышып эшләргә кәрәклеге тураһында өйрәтә. Сыҡышымды оҡшаттылар. Киров районы буйынса ла, аҙаҡ Өфө ҡалаһы конкурсында ла Гран-приға лайыҡ булдым. Ә төбәк-ара ярышта I урын алдым.
Бәләкәй саҡтан бейергә яратам, әсәйем башҡорт халыҡ музыка ҡоралы ҡумыҙҙа уйнарға өйрәтте. Үҙемде һәр яҡлап үҫтерергә тырышам. Уҡыуҙан да һынатҡан юҡ.
Тик «бишле» билдәһенә генә өлгәшәм. Бар дәрестәр ҙә ныҡ оҡшай. Тағы ла олимпиадаларҙа ихлас ҡатнашам. Быйыл урыҫ теленән, математика һәм информатиканан мәктәптә призёр булып танылдым. Шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса бәйгелә мәктәптә еңеп, ҡала этабында призёр булдым. Мин бик һүрәт төшөрөргә лә әүәҫмен. Бөйөҡ Ватан һуғышына арналған конкурста Шайморатов генерал исемендәге 112-се Башҡорт атлы дивизияһы тураһындағы һүрәтем республика кимәленә сығып, шулай уҡ иң-иңдәр рәтендә булдым, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты һылыу ҡыҙ.
Солтана Атауллина ла беҙгә таныш. Ул гәзитебеҙ үткәргән конкурстарҙа еңеп тора. Өфө ҡалаһының 40-сы башҡорт балалар баҡсаһын тамамлап, быйыл мәктәпкә уҡырға барырға әҙерләнә. Ул да яҡшы баһа алып ҡыуанды.
– Иң яратҡан әкиәтем «Йомро-йомро йомғағым»ды конкурста һөйләргә тип йыл башында уҡ уйланыҡ. Әсәйем барлыҡ булған ҡурсаҡтарымды әкиәт геройҙары итеп кейендерҙе – уларға милли кейемдәр текте. Мин яйлап һүҙҙәрҙе ятлай килдем. Яҙғыһын конкурсҡа видеояҙмамды ебәрҙек һәм онлайн һайлап алыу этабын үттем. Бына бөгөн призлы урынға сығыуыма бик ныҡ шатмын.
Был минең «Һаумы, һаумы, әкиәт» конкурсында тәүге ҡатнашыуым түгел. Төркөмөбөҙ менән уҙған йыл «Тегенсе ҡуян» әкиәтен сәхнәләштереп, ҡала этабында I урын алдыҡ. Быйыл тәрбиәсем Гөлназ Нәжметдин ҡыҙы Хисмәтуллина миңә үҙ аллы сығыш яһап ҡарарға тәҡдим итте. Үҙем өсөн был бик ҡыҙыҡлы тәжрибә булды. Мәктәпкә барғас та был бәйгелә ҡатнашыуымды дауам итермен, тип уйлайым, – ти Солтана.
Әкиәт – ул тылсым донъяһы. Тормошта ла ул мөғжизәләр һеҙгә осрап торһон.
Тылсым ҡошо Һомайҙай, батыр рухлы Уралдай йәш әкиәтселәребеҙ үҫеүе үҙе бер ғорурлыҡ.