-21 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Ҡыуаныслы хәбәрҙәр
14 Июль 2025, 13:56

"Шүлгәнташ"ҡа халыҡ-ара статус бирелде

"Шүлгәнташ" мәмерйәһендәге боронғо һүрәттәр ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индерелде. 

"Шүлгәнташ"ҡа халыҡ-ара статус бирелде
"Шүлгәнташ"ҡа халыҡ-ара статус бирелде

Был исемлеккә тәҡдим ителгәс, республика етәкселеге һәм ғалимдар тарафынан боронғо һүрәттәрҙе һаҡлау һәм мәмерйәгә кеше йоғонтоһон кәметеү маҡсатында күп эштәр башҡарылды. Тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡҡа нигеҙ һалынды, заманса музей комплексы төҙөлдө, туристик маршруттар яңыртылды.

Әйткәндәй, Башҡорт википедияһында яҙылыуынса, заманса уран-торий тикшеренеүҙәре Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙең 36400 — 14500 йыл элек төшөрөлгәнен билдәләгән. Мәмерйә диуарында мамонттарйылҡы (ат) һәм башҡа йәнлек һүрәттәре, антропоморф фигуралар төшөрөлгән. Ағас күмере төшөрөлгән һирәк һүрәттәр ҙә осрай. Ғалимдар мәмерйәлә хайуан һүрәттәрен генә түгел, үрге һәм урта ярустарҙа бәләкәй өй (хижина), өсмөйөш, баҫҡыс, ҡыя һыҙыҡ һүрәттәрен таба. Был һүрәттәр 30-40 мең йыл элек, планетала кроманьонецтар йәшәгән дәүерҙә, Һуңғы палеолит осоронда төшөрөлгән. Шүлгәнташтың түбәнге ярусында һуңғараҡ, боҙлоҡ периоды аҙағында, яһалған һүрәттәр табылған.

Фото: com.

 

"Шүлгәнташ"ҡа халыҡ-ара статус бирелде
"Шүлгәнташ"ҡа халыҡ-ара статус бирелде
"Шүлгәнташ"ҡа халыҡ-ара статус бирелде
Автор: Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас