6 алтын, 1 көмөш һәм 1 бронза. Өфөнән 58-се лицейҙың XI синыфын тамамлаған Тимур Ғарифуллин да алтын миҙал алған. Афарин!
Беҙҙең уҡыусыларҙың уңышы тураһында Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Олимпиаданың финалында 61 илдән 300 уҡыусы ҡатнашҡан. Рәсәй - иң күп миҙал яулаған ил.
"Нәҡ ошондай һәләтле йәштәр фәнде һәм инновацияларҙы алға алып барасаҡ. Ҡатнашыусыларға - ныҡышмал, тырыш булыуҙары, еңеүгә ынтылыштары өсөн, ә остаздарына профессионализм һәм ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм", - тине Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов.
Фото: vk.com/gov.